Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июнь 2023, 17:46

Белоретта ауыл биләмәләре башлыҡтарының төбәк йыйылышы үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы, Хәйбулла райондарының ауыл хакимиәттәре етәкселәре менән кәңәшмә уҙғарҙы. Көн тәртибендә - төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре.

Белоретта ауыл биләмәләре башлыҡтарының төбәк йыйылышы үттеБелоретта ауыл биләмәләре башлыҡтарының төбәк йыйылышы үтте
Белоретта ауыл биләмәләре башлыҡтарының төбәк йыйылышы үтте

Ултырышты башларҙан алда Радий Хәбиров райондар әҙерләгән бай күргәҙмә менән танышты. Белорет металлургия комбинаты, Урал спорт инвентарҙары заводы үҙ тауарҙарын ҡуйған. Таштан әйберҙәр яһау оҫталары ла ситтә ҡалмаған. Халыҡ кәсепселәре әйтеүенсә, туристар милли әйберҙәрҙе, йомшаҡ уйынсыҡтарҙы, бал һәм шифалы үләндәрҙе лә теләп һатып ала.

Кәңәшмәлә республика етәксеһе ауыл биләмәләре башлыҡтары эшмәкәрлеген баһаланы. МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам ойоштороуҙары өсөн рәхмәт әйтте.

Иң мөһиме - халыҡ менән бергә эшләү. Урындағы етәкселек кешене ишетергә тейеш. Ауыл ерендә көнүҙәк мәсьәләләр - төҙөкләндереү, мәҙәниәт, туризм, хужалыҡтарҙың үҫеше, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас