Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июня 2023, 16:01

Уҫал шаяртыуы өсөн яуап тотасаҡ

Салауат ҡалаһынан 15 йәшлек үҫмер 1 апрелдә 112 номерына шылтыратып, мәктәпкә мина һалыныуы тураһында хәбәр итә.  

Уҫал шаяртыуы өсөн яуап тотасаҡУҫал шаяртыуы өсөн яуап тотасаҡ
Уҫал шаяртыуы өсөн яуап тотасаҡ

Ваҡиға урынына Салауат ҡалаһының экстремаль хәлдәрҙә ярҙам күрһәткән барлыҡ хеҙмәттәре килеп еткән. Учреждение бинаһы полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшерелгән. Тикшереү барышында мәғлүмәт раҫланмаған, мәктәптә хәүефле предметтар табылмаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре шылтыратыусының тауышы яҙылған аудиояҙманы алып, башҡарылған эш һөҙөмтәһендә уҫал шаяртыусының шәхесе асыҡланған.

2008 йылғы үҫмер үҙ ғәйебен таныған. Уға ҡарата асылған енәйәт эше тамамланып, судҡа ебәрелгән. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас