Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июнь 2023, 03:25

Рәсәйҙә Пушкин көнө

Йыл һайын 6 июндә илебеҙҙә Пушкин көнө билдәләнә. Халыҡ-ара кимәлдә иһә бөгөн - рус теле көнө.

Рәсәйҙә Пушкин көнөРәсәйҙә Пушкин көнө
Рәсәйҙә Пушкин көнө
Был көндә һәр ерҙә рус теленә иғтибар бирелә, саралар үтә.
Башҡортостандың Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылындағы 2-се мәктәптә "Мәғариф" милли проекты буйынса асылған "Үҫеш нөктәһе" белем биреү үҙәгендә йәйге каникул ҡыҙыҡлы саралар менән башланды. Бында ошо көндәрҙә "Пушкинды уҡыйбыҙ" әҙәби кисәһе ойошторолдо, тип хәбәр итәләр райондан. Шулай уҡ китапханала ла викторина әҙерләнгән һәм матур күргәҙмә ҡуйылған.
Фото: Тәтешле районы хакимиәтенән.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас