

Тәфтиш селәр фаразлауынса, 2022 йылдың майында Тирлән ауылында өс ир эсә. Табын ваҡытында ғәйепләнеүсе менән уның дуҫы араһында ыҙғыш сыға, һәм ул иптәшен үлтерергә ҡарар итә. Бының өсөн ир өйҙөң верандаһында ҡатырға ҡумтаһын яндыра һәм енәйәт урынын ташлап ҡаса. Янғын һөҙөмтәһендә зыян күреүселәрҙең береһе вафат була.
Ир үҙенең ғәйебен танымай. Енәйәт эше Башҡортостандың юғары судына ебәрелгән.
Фото: Т. Аманов