Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июнь 2023, 06:36

Ял көндәрендә Башҡортостанда 71 техноген янғын теркәлгән

Уҙған тәүлектә республикала 39 техноген янғын теркәлгән, уларҙың 17-һе шәхси торлаҡ секторында булған, 5 кеше ҡотҡарылған, 25 кеше эвакуацияланған.

Ял көндәрендә Башҡортостанда 71 техноген янғын теркәлгәнЯл көндәрендә Башҡортостанда 71 техноген янғын теркәлгән
Ял көндәрендә Башҡортостанда 71 техноген янғын теркәлгән

"Кристалл" баҡсасылыҡ ширҡәтендә - баҡса йорто, "Иртәнге шәфәҡ" баҡсасылыҡ ширҡәтендә - баҡса йорто, мунса, Нефтекамала - көнкүреш техникаһы, Стәрлебашта - йорт, Стәрлетамаҡта - йорт мөлкәте, Иглин ауылында - мунса, Нефтекамала - еңел автомобиль, Өфөлә - йорт мөлкәте, Дүртөйлө районында - мунса, Сибайҙа күп фатирлы йорттоң подвалында һыу-бүлеү ҡоролмаһы, Краснокама районында мунса янған.

Башҡортостан биләмәһендә дөйөм 15 гектар майҙанда 2 урман янғыны ҡотора: Белорет һәм Ғафури райондарында. Утты һүндереүгә 42 кеше һәм 10 берәмек техника йәлеп ителгән. Утты уратып алып, ерҙе һөргәндәр, ут артабан таралмаясаҡ, ауылдарға хәүеф янамай.

Бер тәүлектә 2 урман янғыны һүндерелгән - Белорет районында - 32 гектар майҙанда һәм Баймаҡ районында 1,2 гектарҙа.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас