Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июнь 2023, 09:55

Өфө ҙур сараға әҙерләнә

Беҙҙә Х Рәсәй һәм Белорусь форумы үтәсәк.

Өфө ҙур сараға әҙерләнәӨфө ҙур сараға әҙерләнә
Өфө ҙур сараға әҙерләнә

БР Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Х Рәсәй һәм Белорусь форумына әҙерлек эштәре хаҡында һөйләне.

— 29 майҙа Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумын әҙерләү буйынса Рәсәй һәм Белоруссия ойоштороу комитеттарының кәңәшмәһен үткәрҙек. Был форум республикабыҙҙың мөһим ваҡиғаларының береһе булмаҡсы. Программаны, делегациялар составын, ваҡиғалар һәм эшлекле майҙансыҡтар әҙерләүҙе тикшерҙек, — тип һөйләне Радий Хәбиров.

26-28 июндә Башҡортостанда ике ил төбәктәренең хеҙмәттәшлек итеүенә йомғаҡ яһала. Сараларҙа Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Белоруссия Милли Йыйылышының Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова ҡатнаша.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас