Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июнь 2023, 09:20

Баҡсалар төҙөкләндерелә

Быйыл  баҡсасылыҡ ширҡәттәренә республика ҡаҙнаһынан 250 миллион һум бүлеү ҡаралған, тип белдерҙе  республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.

Баҡсалар төҙөкләндереләБаҡсалар төҙөкләндерелә
Баҡсалар төҙөкләндерелә

Атап әйткәндә, 100 миллион һум баҡсасылыҡ ширҡәттәренә инә торған юлдарҙы тергеҙеүгә йүнәлтелә. СНТ электр энергияһын иҫәпләү приборҙарын алмаштырыуға ла шул сама сумма тура килә. Ҡалған 50 миллион һумы - инфраструктура объекттары менән тәьмин итеүгә китәсәк.

«Быйыл коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидиялар алыу тәртибе ябайлаштырылған һәм яңы дәүләт ярҙамы саралары менән тулыландырылған, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. – Мәҫәлән, төҙөлөштө үткәреүгә, эске инфраструктура объекттарын ремонтлауға подряд ойошмаларын йәлеп итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Был коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы ҡағыҙ мәшәҡәтенән азат итергә һәм махсуслаштырылған ойошмалар аша эшләргә мөмкинлек бирәсәк».

   Быйыл да иң яҡшы 10 баҡсасылыҡ ширҡәте 500 мең һум аҡса аласаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас