

Йәйге рацион һауа шарттарына күрә булырға тейеш, ти гастроэнтеролог, гепатолог, медицина фәндәре кандидаты Сергей Вялов. Иң тәү сиратта һаулыҡты уйларға кәрәк. Ризыҡтан ағыуланыу осраҡтары йәй айҙарында уғата күп була. Сөнки һыуытҡыста тормаған аҙыҡ-түлектең күбеһе тиҙ генә боҙолоп бара.
Һөт ризыҡтары, балыҡ, ит кеүектәрҙе бик һаҡ ашарға кәңәш ителә. Айырыуса майлыларын.
Ҡапҡылау өсөн, мәҫәлән, юлға, печенье, сушки кеүек аҙыҡтарҙы алырға мөмкин. Эҫелә тоҙ балансын да тотоу мөһим. Ул организмға етмәһә, йә артыҡ булһа, шыйыҡлыҡ та тәндә тотҡарланасаҡ. Был – насар.
Иң яҡшыһы, ти үрҙә телгә алған табип, емеш-еләк, йәшелсә, үҫемлек майҙары, диңгеҙ ризыҡтары һеҙҙең өҫтәлдә етерлек булырға тейеш.