Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июнь 2023, 08:20

Банк хеҙмәткәре бүләкләнде

Банк менеджеры Надежда Кудрякованың уяулығы арҡаһында Октябрьский ҡалаһынан 48 йәшлек ир 4,5 миллион һум аҡсаһын һаҡлап алып ҡалған. 

Банк хеҙмәткәре бүләкләндеБанк хеҙмәткәре бүләкләнде
Банк хеҙмәткәре бүләкләнде

Тулҡынланған ир банкка килеп, ҙур сумма аҡса алырға маташҡан, бер туҡтауһыҙ телефон аша кем менәндер кәңәшләшкән. Надежда мутлашыусылар хаҡында һөйләп, аҡсаны күсермәҫкә күпме өгөтләмәһен, ир уны тыңламай, һаман үҙенекен эшләргә ынтылған. Шунан менеджер полицияны саҡырырға мәжбүр булған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрен күреп һөйләшкәс кенә, ир аңына килгән, шуға тиклем ҡолағынан ысҡындырмаған телефонды һүндергән.  

Ниндәй оло бәләнән ҡотолғанын аңлағас, ир банкка килеп, Надяға рәхмәттәр уҡыған. 

Шулай уҡ уяу банк хеҙмәткәренә полиция бүлегенән бүләк тапшырғандар. 

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас