

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө тергеҙелде.
Был турала журналистарға республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов белдерҙе. Төҙөлөш эштәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса башланды, тип билдәләне ул.
"Иман йорто 2007 йылда төҙөлә башлай. Бынан һуң проект-смета документацияһына күп төҙәтмәләр индерелә, һәм эштәр консервациялана. Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса беҙ биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡара башланыҡ, майҙансыҡты кәртәләйбеҙ, барыһын да стандарттарға ярашлы килтерәбеҙ. Бөгөнгө көндә проект-смета документацияһына төҙәтмәләр индерелә, өҫтәмә дәүләт экспертизаһы үтәсәк. Контракттың тулы хаҡын билдәләгәндән һуң төҙөлөшкә өҫтәмә финанслау мәсьәләләрен ентекләп өйрәнәсәкбеҙ", - тип билдәләне Ридаль Сәйетов.
Уның һүҙҙәренсә, мәсет төҙөлөшөн финанслау бюджеттан ҡаралмаған, бөтә эштәр меценаттарҙың иғәнәләре иҫәбенә башҡарыласаҡ.
"Төҙөлөш тармағында лайыҡлы коллегаларыбыҙ бар, улар бизнеста уңышлы илебеҙ һәм республикабыҙ патриоттары. Башҡортостан халҡы араһында мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр күп. Төҙөлөштө мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамларбыҙ. «Әр-Рәхим» Башҡортостан халҡын һәм ҡунаҡтарыбыҙҙы ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ», – тине БР төҙөлөш министрлығы етәксеһе.
Тиҙҙән көслө ел ваҡытында ҡолап төшкән манара көмбәҙе лә ҡуйыласаҡ.
Фото: Башинформ.