Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июнь 2023, 07:15

Эшҡыуарлыҡ һабантуйы-2023

2 июндә Ҡариҙел районында Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһында "Атайсал" файҙалы эштәр йылына арналған "Эшҡыуарлыҡ һабантуйы-2023" үтте. Сарала Асҡын, Дыуан, Ҡариҙел, Мишкә, Нуриман, Тәтешле райондары командалары ҡатнашты.

Эшҡыуарлыҡ һабантуйы-2023Эшҡыуарлыҡ һабантуйы-2023
Эшҡыуарлыҡ һабантуйы-2023

Ҡариҙел районы биләмәһендә бындай сара икенсе тапҡыр үткәрелә һәм бик күп милли проекттар инвесторҙары булып торған 100-гә яҡын эшҡыуарҙарҙы һәм уларҙың бизнес-шерифтарын берләштерҙе, уларҙың МХО-ға бағыусылар ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур. Быйыл ҡунаҡтарҙы шәхси эшҡыуар Зәйнуллиндың "Ҡариҙел" глэмпингы ҡабул итте.

Байрамдың абруйлы ҡунаҡтары - Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Верещагина Светлана Михайловна, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы агентлығы" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Үтәшев Вадим Ирек улы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин сәләмләне: "Үҙ эшеңде алып барыу - еңелдән түгел, әммә ул бик мөһим. Эшҡыуарҙарҙың тырышлығы менән республикабыҙ әүҙем үҫешә, яңы идеялар һәм проекттар тормошҡа ашырыла. Барлыҡ ҡатнашыусыларға бөгөн ваҡытты уңышлы үткәрергә, уйындар һәм ярыштар барышында коллегалар менән аралашырға, артабан хеҙмәттәшлек итергә теләйем. Пландар тормошҡа ашһын, бизнес - үҫһен, сәскә атһын".

"Эшҡыуарлыҡ һабантуйы-2023" боронғо йолаларҙы һәм хәҙерге заманса сараларҙы берләштерҙе. Был байрамдың төп маҡсаты - бер майҙансыҡта эшҡыуарҙарҙы йыйып, уларҙы үҙ-ара таныштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу. Йәш ҡатнашыусылар тәжрибәле коллегаларынан яңы белем һәм кәңәш алып, аралаша алды.

Көн дауамында ҡатнашыусылар кулинар, спорт, ижади конкурстарҙа ҡатнашты һәм улар йомғаҡтары буйынса Асҡын районы эшҡыуарҙары командаһы - иң интеллектуаль команда, Тәтешле командаһы - иң отҡорҙар командаһы, Дыуан районы - иң ойошҡан команда, Ҡариҙел командаһы - иң спорт һөйөүсән, Нуриман районы - Иң креатив команда һәм Мишкә районы - иң ижади кома, тип билдәләнде.

Ҡариҙел районына эш сәфәре барышында сараға Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов та килде. Ул эшҡыуарҙарҙың бер нисә объектын ҡараны, муниципалитет эшҡыуарҙары һәм саҡырылған райондарҙың бизнес-шерифтары менән әңгәмә үткәрҙе. "Ошондай сараны ойошторғанығыҙ өсөн хакимиәт башлығына рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең формат бик ҡыҙыҡлы һәм яңыса килеп сыҡты", - тине Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Был көндө бик күп наградалар тапшырылды: эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамдары өсөн һәм "Рәсәй эшҡыуарлығы көнө" айҡанлы эшҡыуарҙар БР Ҡариҙел районы хакимиәтенең Почет грамоталары, Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының ведомство наградалары менән бүләкләнде.

Фото: https://vk.com/album-65136711_293761552

Эшҡыуарлыҡ һабантуйы-2023
Эшҡыуарлыҡ һабантуйы-2023
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас