

Көн тәртибендә ЛДПР-ҙың Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм алдағы электораль циклға әҙерлек барышы тикшерелде.
Радий Хәбиров, партия ҡиммәттәре һәр ваҡыт патриотизмға һәм милли мәнфәғәттәрҙе яҡлауға нигеҙләнә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Беҙ һәр ваҡыт илебеҙҙең стратегик үҫеш мәсьәләләре буйынса уртаҡ тел табабыҙ, – төбәк етәксеһе. – Республикала бик ҡеүәтле төбәк бүлексәһе эшләй. Ул Беҙҙең Дәүләт Йыйылышы– Ҡоролтайҙа беренсе йыл ғына фракциялы түгел. Иван Сухарев Дәүләт Думаһында республика һәм ЛДПР партияһы вәкиле, әүҙем эшләүсе депутат булып тора. Дөйөм алғанда, илебеҙҙе һәм республикабыҙҙы үҫтереү мәсьәләләрендә бергәләп эшләйбеҙ.
Халыҡ-ара эштәр буйынса парламент комитеты рәйесе Өфөгә эш сәфәре менән килде. Ул партия активы менән осрашыуҙар, юғары уҡыу йорттарында тематик лекциялар һәм бер нисә предприятиеға барырға ниәтләй.
Радий Хәбиров менән Эдуард Слуцкий дәүләт власы институттарын һәм партия диалогын нығытыу буйынса эште дауам итергә һөйләште.