

Ул йәшелсәләрҙе лә, сәскәләрҙе лә, ағас-ҡыуаҡтарҙы ла ярата. Емеш ағастарын махсус төнәтмә менән эшкәртәләр. 50 грамм һуған ҡабығы, 80 грамм һарымһаҡ, 400 грамм помидор һабағын (ғәҙәттә, ҡырҡып ташлаған ботаҡтарын файҙаланалар) 3 литр һыуҙа 12 – 15 сәғәт төнәтәләр. Һөҙөп, кеблә баҫҡан ағас-ҡыуаҡтарға һиптерәләр, ботаҡтарын ошо һыуға тығып алырға ла мөмкин. Быны 6-8 көн аша 3-4 тапҡыр ҡулланыу бик яҡшы һөҙөмтә бирә.
Кейәү үләнен, меңъяпраҡ, әремде бер үк миҡдарҙа алып, 1:2 нисбәтендә һыу ҡоялар ҙа, һүрән утта ярты сәғәт самаһы ҡайнаталар. 10 литрға еткергәнсе һыу өҫтәйҙәр, ҡырғыстан үткәрелгән 50 грамм кер һабыны ҡушалар. Һабын иреп бөткәс, һөҙөп, йәшелсәләрҙе эшкәртәләр. Быны аҙна һайын ҡабатларға мөмкин.
Тәмәке, көл төнәтмәһенән дә был бөжәк ҡурҡа. Тәбиғи ысулдар менән ҡоротҡосҡа ҡаршы көрәшергә теләмәһәгеҙ, «Актацин»,«Топаз»,«Биотлин» препараттарын ҡулланығыҙ.