Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июнь 2023, 18:10

Беҙҙә Йәйге сурдлимпия уйындары үтәсәк

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков менән осрашты.

Беҙҙә Йәйге сурдлимпия уйындары үтәсәкБеҙҙә Йәйге сурдлимпия уйындары үтәсәк
Беҙҙә Йәйге сурдлимпия уйындары үтәсәк

  Ул Өфөгә физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса Төбәк советы ултырышында ҡатнашыу өсөн килде.

Көн тәртибендә Башҡортостанда паралимпиясылар ҡатнашлығында төрлө кимәлдәге ярыштарҙы ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре ҡаралды.

-Беҙ Паралимпия комитеты һәм профилле федерациялар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Дөйөм алғанда, адаптив спортҡа ҙур иғтибар бүләбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Берлектәге тырышлыҡ менән беҙ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең даими рәүештә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүенә өлгәшә алдыҡ. Бының өсөн республиканың бөтә муниципалитеттарында тиерлек шарттар булдырылған. Шуныһы мөһим, беҙ паралимпия спортын үҫтереүгә маҡсатлы күрһәткестәрҙән тыш, тәү сиратта кешеләрҙең һаулығы күҙлегенән ҡарайбыҙ.

Рәсәй Паралимпия комитеты президенты төбәк етәкселегенә адаптив спортты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләренә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Павел Рожков, Башҡортостан – илдең паралимпия йыйылма командаһы өсөн терәк төбәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Бөтәһе лә Рәсәйҙә Паралимпия хәрәкәтенең баш ҡалаһы, тыуған иле Башҡортостан тип иҫәпләй, – тип билдәләне Павел Рожков. – Спортсыларыбыҙға, айырыуса спортҡа санкция баҫымы осоронда, ярҙам күрһәткәндәре һәм ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ дуҫ илдәрҙән ҡатнашыусыларҙы саҡырып, күп асыҡ ярыштар үткәрәбеҙ. Улар үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн бик мөһим. Күп сараларҙы Өфө һәм республика ҡабул итә. Ярыштар һәр ваҡыт иң юғары кимәлдә үтә.

Мәҫәлән, 2023 йылдың июлендә Башҡортостанда шетеү һәләте насар булған спортсылар араһында Халыҡ - ара ярыштар – Йәйге сурдлимпия уйындары башлана. Радий Хәбиров төбәктең ҙур спорт форумын үткәреүгә тулыһынса әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Эш осрашыуы сиктәрендә шулай уҡ спорт инфраструктураһын үҫтереү перспективалары һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас