Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июнь 2023, 08:42

Баланы ла йәлләмәгән ҡәбәхәттәр

Ишембайҙан Таисия Носова биш йәшлек ҡыҙы Настя менән 2022 йылдың авгусында Пермь ҡалаһында юғала.

Баланы ла йәлләмәгән ҡәбәхәттәрБаланы ла йәлләмәгән ҡәбәхәттәр
Баланы ла йәлләмәгән ҡәбәхәттәр

17-нән 18 авгусҡа ҡараған төндә зым-зыя юҡ булған әсә менән ҡыҙҙы алты көн буйына полиция хеҙмәткәрҙәре, эҙәрмәндәр төркөмдәре, ирекмәндәр эҙләй. 

Һуңынан асыҡланыуынса, уларҙы Майя исемле ҡатын, Таисияның әхирәте, үлтерткән була. 40 йәшлек ирҙе яллап, мәкерле план ҡороп. Ир тәүҙә әсәне баланың күҙ алдында һуйып үлтерә, шунан ҡыҙыҡайҙы быуа... Һуңынан мәйеттәрҙе полиэтилен тоҡтарҙа урманға алып барып күмәләр.

Майяны, психик сирле, тип табып, суд ҡарары буйынса клиникаға ябасаҡтар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас