Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июнь 2023, 15:30

Ҡатҡан сөйәлде һуған ҡабығы бөтөрә

Һуғанды таҙартҡандан һуң   ҡабығын ташларға ашыҡмағыҙ. Ул кеше организмына бик  яҡшы  йоғонто яһаусы  ҡиммәтле матдә – кверцетинға бай.

Ҡатҡан сөйәлде һуған ҡабығы бөтөрәҠатҡан сөйәлде һуған ҡабығы бөтөрә
Ҡатҡан сөйәлде һуған ҡабығы бөтөрә

 Халыҡ медицинаһында һуған ҡабығын  йөрәк, бөйөр, вируслы ауырыуҙарҙы, хатта онкология сирҙәрен дауалауҙа  ҡулланалар. Унан әҙерләнгән төнәтмәләр  организмды ағыулы матдәләрҙән, йылдар буйы йыйылған токсиндарҙан таҙарта, ҡан баҫымын төшөрөүгә булышлыҡ итә, еңелсә бәүел ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә, йөрәккә, ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай абцестарҙы,  сиҡанды, дерматитты, ҡауаҡты, тырнаҡтарҙағы бәшмәкте дауалай.

Дауаланыу өсөн бешкән матур һуғандың таҙа, ялтырап торған ҡабығын файҙаланалар.

 200 грамлыҡ банканы  киптерелгән һуған ҡабығы менән тултырырға һәм тулғансы 9 процентлы һеркә ҡойорға.  Ҡапҡасын ныҡ итеп ябып,  ике аҙна ҡараңғы урында төнәтергә. Шунан  һеркәһен түгеп, ҡабығын бер аҙ киптерергә.  Төнгөлөккә сөйәл тирәләй тирегә   вазелин йә балалар кремы һөртөп, сөйәлгә 2 – 3 мм ҡалынлығында һуған ҡабығын ябырға һәм бинт менән нығытып,  йөн ойоҡ  кейергә. Иртәнсәк сөйәлде содалы эҫе һыу менән бешереп, ипләп кенә пемза менән  ҡырып алырға.

 

  

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас