

Рөстәм Нәбиев һынған ҡулының яйлап төҙәлә башлауын әйтте. Яйлап бармаҡтары менән дә хәрәкәт итә ала башлауын белдерҙе.
-Ҡулым бер аҙ бөгөлә башланы. Ул әкренләп нормаға килә, - тип һөйләне ул социаль селтәрҙәге дуҫтарына.
Тик бына береһе бөтөүгә икенсеһе табылып ҡына тора. Рөстәм Нәбиев көтмәгәндә ҡабырғаһының һыныуы тураһында белгән. Тәүҙә ул ауыртыуға әһәмиәт бирмәй, ә һуңынан түҙә алмай башлағас табиптарға бара.
Фото: Т. Аманов