

"Azur Air" авиакомпанияһы Төркиәгә бер юлы ике йүнәлеш буйынса рейстар һанын күбәйтә. 6 июндән Бодрумға һәм Анталияға чартер программалары башлана.
Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бодрумға 10 көнгә бер тапҡыр 238 урынлыҡ уңайлы Boeing 757-200 самолеты осасаҡ. Анталияға аҙнаһына өс тапҡыр 336 пассажирға иҫәпләнгән Boeing 767-300 менән осоу ҡаралған.
Анталияға «Аэрофлот», Red Wings, Corendon Airlines һәм Southwind Airlines авиакомпаниялары ла осоштар башҡара.
Фото: Автор фотоһы.