Ағиҙел аръяғында йорттар төҙөләсәк

Төҙөлөш компаниялары ассоацияһының күсмә ултырышы уҙҙы.

Ағиҙел аръяғында йорттар төҙөләсәкАғиҙел аръяғында йорттар төҙөләсәк
Ағиҙел аръяғында йорттар төҙөләсәк

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостандың төҙөлөш компаниялары ассоацияһының күсмә ултырышын үткәрҙе. Сарала республикала 2030 йылға тиклем төҙөлөш тармағын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды, уңыштар һәм һөҙөмтәләр барланды.

Хөкүмәт рәйесе әйтеүенсә, бөгөн торлаҡ рекордлы күләмдә төҙөлә.

– 2022 йылда 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөнөк. Был күрһәткес буйынса округыбыҙҙа – 2-се, илдә етенсе урынға күтәрелдек. Быйылғы йылға бурыс – өлгәшелгән кимәлде һаҡлап ҡалыу, – тине Андрей Назаров. – 2030 йылға тиклем был күрһәткес 4 млн. кв. метрға етергә тейеш. Торлаҡ төҙөгәндә өс йүнәлеш мөһим – сифат, тиҙлек һәм хаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан ойошмаларға бөтә шарттарҙы ла булдырырға тырышасаҡбыҙ. Был документация юллауҙы тиҙләтеү һәм ябайлаштырыуға бәйле.

Әлеге ваҡытта Өфөнөң Ағиҙел аръяғында, «Көньяҡ ҡапҡалары» янында йорттар төҙөлөш башланырға тора. Бында 16 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү ҡарала. Бынан тыш, инженер инфраструктураһын үҫтереүгә федераль аҡсалар йәлеп ителгән.

– «Стимул» программаһы буйынса республика 2019 йылдан 12 млрд. һумдан ашыу аҡса алды һәм илдә лидерлыҡҡа сыҡты. 19 инфраструктура объекты төҙөлдө. 2024 йыл аҙағына тиклем тағы ла 13 объектты файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ, – тине Премьер-министр.

Был йәһәттән ойошмаларға инфраструктура бюджет кредиттары һәм облигациялары бирелә, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү программаһы буйынса ярҙам күрһәтелә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас