Дуҫтарҙан байрам бүләге!

Булат Пирғәлин: "Беҙҙең бәләкәстәребеҙ! Һеҙҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр көнөгөҙ бәхетле булһын! Һәр көндө һәр йорт балалар йылмайыуына һәм шатлығына күмелһен! Барығыҙға ла бәхет, сәләмәтлек һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!"

Дуҫтарҙан байрам бүләге!Дуҫтарҙан байрам бүләге!
Дуҫтарҙан байрам бүләге!

- Үткән йыл беҙ балалар менән клип төшөрөп һалған инек, - ти Учалы районы Комсомольск ауылынан Булат Пирғәлин. - Быйыл да шулай итергә булдыҡ. Балалар үҙҙәрен күреп ҡыуанһындар тип, ата-әсәләрен ҡыуандырһындар тип. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә, ошо яҙма байрам бүләге итеп эшләнде. Яҙмала мәҙәниәт йортона төрлө түңәрәктәргә йөрөгән балалар һәм уларҙың етәкселәре ҡатнашты.


"Йәй килә" йыры. Булат Пирғәлин һүҙҙәре һәм көйө.

Фото: Б.Пирғәлин.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас