

Отпускыла ял иткән Вадим Октябрьский ҡасабаһында булғанда Себер урамында төтөн күреп ҡала ла, кисекмәҫтән шунда юллана. Барып етеүгә ут йортто тотошлай ялмап алып, күрше өйгә лә тоҡанған була. Вадим ҡуйы төтөн аша өйҙә ниндәйҙер хәрәкәт күреп ҡала. Күршеләре, йорт хужалары өйҙәлер, тигәс, ул тәҙрә аша ут эсенә инеп китә, үҙ аллы өйҙән сыға алмаған ир менән ҡатынды ҡотҡара. 1975 йылғы ир менән ҡатын, шөкөр, иҫән!
Янғын һүндереүселәр утты һүндергән.
- Йорт хужалары һәм уларҙың туғандары иң кәрәкле ваҡытта күрһәткән ярҙамы өсөн Вадим Фәнил улына ысын күңелдән рәхмәт белдерҙе. Вадим Мулынбаев һәр ваҡыт профессионализм, фиҙаҡәрлек һәм бурысҡа тоғролоҡ күрһәтә, - тип яҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенән Гүзәл Дронова. - Апрелдә, мәҫәлән, Вадим кеше талаусыны тотоуҙа ҡатнашты. Ә ғинуарҙа, Белорет ҡалаһының запастағы разведчик-яугирҙәренең урындағы йәмәғәт ойошмаһы вәкиле булараҡ, МХО зонаһындағы хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн "УАЗ" машинаһын һатып алыу өсөн аҡса йыйыу ойошторҙо.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге етәкселеге Вадим Мулынбаевты дәртләндереү сараһын күрә.
Афарин, Вадим! Имен-һау эшләп йөрө!
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.