Велосипедты гүзәл зат та ярата

Яңауыл районы һәм ҡалаһында велофестиваль шаулап-гөрләп үтте. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ла акцияға әүҙем ҡушылды һәм велоюлға сыҡты.

Велосипедты гүзәл зат та яратаВелосипедты гүзәл зат та ярата
Велосипедты гүзәл зат та ярата

"Демография" милли проекты буйынса ойошторолған сара йәшен-ҡартын бергә йыйҙы. Был юлы унынсы тапҡыр үткән спорт байрамын Атайсалға изге ғәмәлдәр йылына һәм РФ Спорт министрлығының 100 йыллығына арнанылар.

Велосипедҡа ултырыусылар Яңауыл ҡалаһының киң урамдары буйлап уҙҙы. Көр кәйеф, сәләмәт тормошҡа ҙур бер аҙым, берҙәмлек бүләк итте был көн.

Фото:  МАУ "Дворец молодежи".

 

Велосипедты гүзәл зат та ярата
Велосипедты гүзәл зат та ярата
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас