Миллионлап аферистарға аҡса күсерәләр...

Өфөнән 40 йәшлек ҡатынға тәүҙә "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" шылтыратҡан, аҙаҡ һөйләшеүгә "банк хеҙмәткәре" ҡушылған. Мутлашыусылар ҡатынды, аҡсағыҙҙы юғалтмаҫ борон, тиҙерәк "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерегеҙ, тип ашыҡтырған. Ҡатын 1,3 млн һум кредит алған, шунан үҙенең миллионға яҡын аҡсаһын ҡушып, сумманы туғыҙ банк иҫәбенә күсергән. 

Миллионлап аферистарға аҡса күсерәләр...Миллионлап аферистарға аҡса күсерәләр...
Миллионлап аферистарға аҡса күсерәләр...

Туймазы районынан 45 йәшлек ирҙе лә шул уҡ схема буйынса алдап, уның 1 млн 200 мең һум кредит аҡсаһын урлағандар.

Мутлашыусыларға бирешмәгеҙ әле! Ят бәндәләр шылтыратып ҡурҡыта башлай икән, шунда уҡ трубканы һалығыҙ, полицияға хәбәр итегеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас