

Ике шайтан осраша. Береһе һимеҙ, икенсеһе ҡаҡ һөйәккә ҡалған. Һимеҙе һүҙ башлай :
– Эй, дуҫҡай, әллә ҡайҙа йөрөйһөң, күҙгә- башҡа күренмәйһең. Етмәһә, бик өшөгәнһең. Ни булды?
– Иблис әфәнде бер динле ғаиләне аҙҙырырға ҡушҡайны, – тип көрһөндө сибек шайтан.– Тәки аҙҙырып булмай, тәҡәтем ҡороно. Барыһы ла диндар , ауыҙҙарынан «бисмилла» бер ваҡытта ла өҙөлмәй, намаҙҙарын ҡалдырмайҙар. Яндарына яҡын да бара алмайым. Аслыҡтан йөҙәп, киҫелеп бөттөм инде. Ә һинең хәлдәрең нисек? Бик һимереп киткәнһең.
– Мин ожмах түрендәге кеүек йәшәйем, – тип маһая йыуан шайтан.– Хужаларым диндең ни икәнен дә белмәй. Ашағас, «бисмилалап» доға уҡыу ҙа юҡ. Улар менән бергә ашайым, бергә йоҡлайым. Йыш ҡына «төшөрөп» тә алабыҙ. Шәп! Аҙҙырырға ҡушҡайнылар, бөтөнләй эш юҡ унда. Былай ҙа аҙып, туҙып бөткәндәр. Ҡунаҡҡа кил, дуҫҡай, тамағыңды туйҙырырһың, исмаһам.
Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең изге хәҙистәрендә әйтелгәнсә, шайтандар « Бисмилләһир- рахманир- рахим» һүҙенән шул тиклем ҡурҡа, хатта ҡурғаш шикелле иреп төшә. Бәндәгә яузлыҡ -зыян килтерә алмай. Шуға ла һәр мосолман был Алла һүҙенән бер ваҡытта ла айырылмаһын. Шунда ғына шайтан уға яҡынаймаҫ.