Башҡортостанда дрон осороу тыйыла

Бөгөн «Рәсәй» медиаүҙәгендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә арналған брифингта Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Башҡортостан күгенең нисек һаҡланыуы тураһындағы һорауға яуап бирҙе. Ишеткәнһегеҙҙер, Мәскәүгә һөжүм иткән бер нисә осҡосто бәреп төшөрҙөләр.

Башҡортостанда дрон осороу тыйылаБашҡортостанда дрон осороу тыйыла
Башҡортостанда дрон осороу тыйыла

«Килеп тыуған хәлдән сығып, Башҡортостан Башлығы указы менән республика биләмәһендә барлыҡ пилотһыҙ осоу аппаратын осороуҙы туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Пилотһыҙ аппараттарҙы ҡулланырға рөхсәт биреү мәсьәләһен бары тик махсус комиссия  ҡарай. Тәртипһеҙ осоштар шунда уҡ туҡтатыласаҡ, ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Шикле нәмәләр күрһәгеҙ, 112-гә йәки полицияға хәбәр итергә кәрәк , - тип белдерҙе Ирек Сәғитов. 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас