Баҡсала эшләгәндә нимәнән һаҡланырға?

 Табиптар  баҡсала  эшләү нервыларҙы тынысландыра, ғүмерҙе оҙонайта, тип раҫлай.  Тәбиғәттә физик әүҙемлектең депрессиянан һәм күңел төшөнкөлөгөнән  арынырға  ярҙам итеүе иҫбатланған.    

Баҡсала эшләгәндә нимәнән һаҡланырға?Баҡсала эшләгәндә нимәнән һаҡланырға?
Баҡсала эшләгәндә нимәнән һаҡланырға?

  

  Әммә йыш ҡына баҡсасылар көрәк менән тырмаға барып тотонһа, туҡтауҙы белмәй, һөҙөмтәлә йығылғансы эшләйҙәр. Сәләмәтлеккә зыян килмәһен өсөн нимәнән һаҡланырға һуң?

  

 Умыртҡа бағанаһын ауырттырыуҙан

Баҡсала эшләгәндә күбеһенсә эйелеп йөрөргә тура килә.  Был осраҡта бил менән арҡа ныҡ зыян күрә. Һуңынан турайып баҫам тиһәң, тәнде яҙып алып булмай. Баҡсала эшләгән күптәргә таныштыр был хәл.

 Ҡапыл эйелеү, кәүҙәне бороу, ауыр нәмә күтәреү, биҙрә менән һыу ташыу бил һәм елкә тәңгәлендәге умыртҡа һөйәгенә айырыуса хәүефле. Ул умыртҡа һөйәге дискыларының шылыуына, нервыларҙың ҡыҫылыуына, мускулдарҙың тартылыуына сәбәпсе булыуы ихтимал.

 Табиптар эш башларҙан алда тәнде яҙып алыу өсөн әҙ генә күнекмәләр эшләп алырға кәңәш итә. Яйлап ҡына уңға-һулға эйелеп алырға мөмкин, йә булмаһа, торған урында ғына аяҡтарҙы бейегерәк күтәреп атлап алырға.

 Көрәк менән бер сәғәттән ашыу эшләргә кәрәкмәй.  20 минут самаһы ятып ял итеп алырға онотмағыҙ. Мускулдарығыҙ яҙылыр.

Һыулы биҙрә йә лейка күтәргәндә, кинәт хәрәкәт яһауҙан һаҡланығыҙ, юғиһә билегеҙҙе ауырттырып ҡуйығыҙ ихтимал. Ауыр нәмә күтәрергә тура килһә, аяҡ остарына  ултырып, әйберҙе ике ҡуллап тотоп, яйлап ҡына күтәрелегеҙ. Эйелгән ваҡытта арҡаны тура тоторға тырышырға кәрәк.

 Берәй хәл була ҡалһа, ауыртыуҙы баҫа һәм ҡыҙҙыра торған майҙар ярҙам итә.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас