Бәхил бул, Денис...

Бөгөн, 30 майҙа, Учалы филармонияһында махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Радик улы Вәлишин менән бәхилләшеү уҙҙы.

Бәхил бул, Денис...Бәхил бул, Денис...
Бәхил бул, Денис...

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты" акционерҙар йәмғиәте директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин, район Советы рәйесе Руслан Ғайсин Денис Вәлишиндың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Герой менән хушлашырға дуҫтары, синыфташтары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ҡала һәм район халҡы килде.

Денис Радик улы Вәлишин 1982 йылдың 31 майында Учалы ҡалаһында тыуған. 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен, Стелитамаҡ һәм Өфө урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған. 2023 йылдың апрелендә Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәтте үтеү тураһында контракт төҙөгән. 2023 йылдың 13 майында батырҙарса һәләк була. Өйҙә уны граждан ҡатыны һәм улы көткән.

Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ... Йәне йәннәттә булһын!

Фото: https://vk.com/uchalyraion

Бәхил бул, Денис...
Бәхил бул, Денис...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас