

Беҙҙә булған хәл түгел. Рәсәй-фин сигендә (теүәлерәге контроль-үтеү пунктынан алыҫ түгел) бер сик һаҡсыһы, спортсы күнекмәлә осраған бит әй урман хужаһына! Һуҡмаҡта йүгереп йөрөгән биатлонсы ҡыҙ айыу ҡаршыһына килеп сыҡҡан. Араларында ни бары 10 метр ер ҡалған. Нишләһен? Бында барыһын да секунд хәл итә. Эрика Янкя тиҙ генә ергә ятҡан: йәнәһе, ул - үлек. Айыу ҡарап-ҡарап торған, килеп еҫкәгән дә, киткән дә барған.
Ҡото табанына төшкән ҡыҙ байтаҡ ятҡан әле... Аҙаҡтан, нисек был хәйлә ҡапыл башыма килде, тип ҡыуанған... Айыуҙан шулай ҙа ҡотолоп була икән.