Бөтә яңылыҡтар

Театр 33-сө ижад миҙгелен тамамлай

Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 33-сө ижад миҙгеленең аҙағына яҡынлаша.

Театр 33-сө ижад миҙгелен тамамлай
Театр 33-сө ижад миҙгелен тамамлай

 Театрҙың был миҙгеле лә, үткәндәре кеүек ижади асыштарға, премьераларға, фестивалдәргә, гастролдәргә бай булды.
Коллектив һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр, табыштар юлында.

Туғыҙ премьера спектакле сыҡты. Улар араһында 2005 йылдан сәхнәнән төшмәгән Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектакле яңыртылып сығыуын тамашасы бик ҡыуанып ҡаршы алды.. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә өс спектакль ғәмәлгә ашырылды. Быларҙан тыш, театр биш фестивалдә ҡатнашып, яҡшы ғына һөҙөмтәләргә өлгәште.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәр ваҡыт тамашасы зауығын ҡәнәғәтләндерерлек тамашалары менән гастролдәргә сыға. Сит өлкәләрҙән тыш, республикабыҙҙың район-ҡалалары, ауылдары буйлап сығыштар әле һаман туҡтамай, дауам итә. Төрлө йәштәге тамашасы – балалар, йәш быуын һәм оло йәштәге театралдар өсөн спектаклдәр ҡуйыла.

Киләһе миҙгелдә "Ҙур гастролдәр" федераль проектында, унан тыш бер нисә халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнашырға ниәтләй театр.

1 июндә – А.Дюма романы буйынса “Өс мушкетер” спектакле премьераһы, 2 июндә – М.Кәримдең “Силсәүит, Алдар һәм Адвокат” спектакле менән 33-сө миҙгелен яба театрҙың татыу коллективы, – тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәзилә Ырыҫҡужина.

Театр 33-сө ижад миҙгелен тамамлай
Театр 33-сө ижад миҙгелен тамамлай
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: