

Йыл башынан алып 4709 янғын теркәлгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 134 кешенең ғүмере өҙөлгән (былтырғыға ҡарағанда 39 кешегә күберәк). Йәрәхәтләнеүселәр ҙә күп - 118 кеше.
Янғындарҙың төп сәбәптәре: ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән тәмәке тартҡанда һәм электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы.
Кешеләр ғәҙәттә төндә йәки таңда, йоҡлаған саҡта, һәләк була...
Ятҡан килеш тәмәке тартмағыҙ, төпсөктәрен теләһә ҡайҙа бәрмәгеҙ, төнгөлөккә электр приборҙарын һүндерегеҙ.
Хәүефһеҙлек сараларын үтәгеҙ! Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Фото: МЧС РБ.