Бөтә яңылыҡтар

Рогаликтар

Табынға тәмле  рогаликтар.

Рогаликтар
Рогаликтар

Бер ҡап аҡмайҙы йомшартырға алып ҡуйығыҙ. Йомшарған майға өс йомортҡаның ағы, өс аш ҡалағы шәкәр, өс аш ҡалағы магазин ҡаймағы һалып болғатығыҙ. Он, ванилин, ҡамыр йомшартҡыс һалығыҙ. Ҡамырҙы баҫып (ныҡ ҡаты итмәй генә) өс өлөшкә бүлегеҙ һәм ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Сиратлап алып йәйеп рогаликтар яһағыҙ. Эслек өсөн йөҙөм, ҡайнатма, джем ҡулланырға була.
Тел йоторлоҡ тәмлекәс килеп сыға, бешереп ҡарағыҙ!

 

 

Фото: 

 

foto-ram.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: