Бөтә яңылыҡтар

Редистан салат

Баҡсағыҙҙа редис өлгөргәндер. Был йәшелсәнән салат эшләп алайыҡ әле.

Редистан салат
Редистан салат

Был салатты әҙерләү өсөн уртаса ҙурлыҡтағы 10 редис, 2 йомортҡа, ярты банка кукуруз консерваһы, йәшел һуған, майонез, 100 г сыр кәрәк.

Бөтә ингредиенттарҙы ла ҡатлап һалырға һәм һәр ҡатты майонез менән һыларға. Иң тәүге ҡатҡа туралған йомортҡа, һуңынан һуған, сыр,кукуруз,  ҡырғыстан үткәрелгән редис һалына. Салаттың өҫтөн укроп менән биҙәргә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: