Бөтә яңылыҡтар

Ҡорбандар һаны арта...

Бөгөн көндөҙ Әлшәй районы Раевка ауылында йорт янып киткән.

Ҡорбандар һаны арта...
Ҡорбандар һаны арта...

Йортто ялмап алған ут бик тиҙ таралған. Ел һәм йорттарҙың бер-береһенә терәлеп тороуы арҡаһында ул күрше хужалыҡтарға ла хәүеф менән янаған. Ләкин янғын һүндереүселәр уны туҡтата алған.

Янғын һүндереү барышында 1940 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табылған. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе  эшләй, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото: МЧС РБ.

 

Ҡорбандар һаны арта...
Ҡорбандар һаны арта...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: