

Был турала БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
Китап күргәҙмә-йәрминкәләрен Дағстан, Удмуртия, Сыуашстан, Мордовия, Татарстан милли нәшриәттәре ойошторҙо. Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан айырым ҡатнашыусылар килгәйне.
Йәрминкә сиктәрендә Башҡортостан Яҙыусылар союзы, шулай уҡ "Китап" нәшриәте Беларусь, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстандан коллегалары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.
Фото: Ю.Кәримов.