Бөтә яңылыҡтар

Инвалид балаларға бушлай юридик ярҙам

РФ Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты ултырышы барышында 29 майҙа «Бушлай юридик ярҙам тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереүсе БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡаралды.    

Инвалид балаларға бушлай юридик ярҙам
Инвалид балаларға бушлай юридик ярҙам

 

«Икенсе уҡыуға закон проектында инвалид балаларға бушлай юридик ярҙам ҡаралған тигән положение менән тулыландырған төҙәтмәләр килде. Документтарҙы раҫланыҡ, оҙаҡламай закон проектын Дәүләт Думаһының пленар ултырышында ҡарарбыҙ», - тине Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, БР Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина.

Закон проекты граждандарҙың бушлай квалификациялы юридик ярҙам алыуға хоҡуҡтарының дәүләт гарантияларын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә булышлыҡ итергә тейеш.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: