

Уның белдереүенсә, был форум - республиканың визит карточкаһы. Сарала нефть һәм газ баҙары, тикшеренеү институттары вәкилдәре, ҡорамалдар етештереүселәр һәм ошо тармаҡтағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн башҡа эксперттар ҡатнаша.
Быйыл күргәҙмә экспозицияһында Рәсәйҙең 36 төбәгенән һәм дүрт сит илдән 315 кеше ҡатнашҡан. Күргәҙмәне 21 меңдән ашыу кеше ҡараған.
4 көн эсендә 48 эшлекле сара (дискуссиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, ғилми-ғәмәли конференциялар, семинарҙар) үткәрелгән, унда илдең 43 төбәгенән 515 спикер сығыш яһаған. 7 меңдән ашыу кеше эшлекле программаны тыңлаған.
- Беҙ яңы сәнәғәт объекттарын тура эфирҙа асыу традицияһын хуплайбыҙ, - тип белдергән министр быйыл өс объекттың асылы тураһында һөйләне (Иглин ауылының "Йондоҙло" биҫтәһендә газ үткәргесен сафҡа индереү, шулай уҡ "Газпромтрансгаз Өфө" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет һәм Өфө районында ике производство майҙансығын асыу). Шулай уҡ Башҡортостан буйлап автоуҙышыуға старт бирелде.
Экспозицияла Иран, Ҡытай, Үзбәкстан һәм Беларусь Республикаһы компаниялары ҡатнашҡан.
Экспозицияны ҡараған саҡта "Газпром" компанияһы төркөмө "ТГУ-НОРД-С" тибындағы газ термоблок менән таныштырған. Был шәхси йорттарҙы йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү өсөн уңышлы ҡорамал. Бинаның тышҡы стенаһында ҡуйыла.
Александр Шельдяев форумды ойоштороусыларға, бөтә ҡатнашыусыларға яйға һалынған эш өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.