Бөтә яңылыҡтар

Алданмағыҙ!

  Уҙған ял көндәрендә республика халҡы мутлашыусыларға 1,5 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Күпме генә иҫкәртмәһендәр, алданабыҙ шул...     

Алданмағыҙ!
Алданмағыҙ!

Республика эске эштәр органдарының дежур бүлектәренә мутлашыуға бәйле 15 мөрәжәғәт килгән. Улар иҫәбендә банк хеҙмәткәрҙәре исеменән 7 ялған шылтыатыу, 4 - тауар һатып алғанда, һатҡанда, 2 - төрлө хеҙмәттәр күрһәткәндә, 1 социаль селтәрҙә алдау осрағы, 1 микрозаймды рәсмиләштереү осрағы теркәлгән.

Уҙған ял көндәрендә республика халҡы мутлашыусыларға 1,5 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

  Өфөләге 7-се полиция бүлегенә 47 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ир әйтеүенсә, уға телефонына билдәһеҙ кешенән, йәнәһе лә банк вәкиленән шылтыратыу килгән. Шылтыратҡан әҙәм хәбәр итеүенсә, билдәһеҙҙәр уның исеменә кредит алырға маташа һәм Өфө егетен кредит алырға һәм аҡсаны «резерв» иҫәбенә күсерергә күндерә. Ялған хеҙмәткәргә ышанып, ҡала кешеһе, күрһәтмәләргә буйһоноп, 320 мең һум күләмендә кредитҡа рәсмиләштерелгән аҡса күсергән.

34 йәшлек Өфө егете отош алған мутлашыусылар тоҙағына эләккән. Мөрәжәғәт итеүсенең кеҫә телефонына банктың ялған хеҙмәткәренән шылтыратыу килә. Унда  ғариза биреүсенең банк учреждениеһы байрамы хөрмәтенә аҡсалата бүләккә эйә булыуы хаҡында хәбәр итәләр. Ләкин аҡсаны алыу өсөн комиссияға түләргә һәм 22 мең һум күләмендә аҡса күсерергә кәрәк була. Йәнәһе лә улар һуңынан кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Аҡсаны ҡала кешеһе күсергән, әммә ул вәғәҙә иткән бүләкте ала алмаған. Әле мутлашыуҙың бөтә факттары буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһына ярашлы, енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, тип иҫкәртә. Шылтыратыу банк хеҙмәткәренән килгән осраҡта, трубканы һалығыҙ. Мутлашыусыларҙың ялған номерҙар менән ҡуллана алыуын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Социаль селтәрҙәрҙә һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алғанда, уларҙың шәхси номеры буйынса бәйләнешкә инегеҙ. Шикле һылтанмалар һәм тикшерелмәгән сайттар буйынса инмәгеҙ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: