Аҡса иҫәп ярата

Нисек аҡса йыйырға?

Аҡса иҫәп яратаАҡса иҫәп ярата
Аҡса иҫәп ярата

 

Бик теләһәк тә, аҡса йыя алмайбыҙ. Сөнки ғаиләгә   ашарға алырға ла,  коммуналь түләүҙәрҙе түләргә лә, кейенергә лә кәрәк.  Ай аҙағына кеҫәбеҙҙән елдәр генә иҫә. Шулай бит?

 Түбәндәге кәңәштәрҙе тотоп ,  үҙебеҙҙең ихтыяждарыбыҙҙы бер аҙға ғына булһа ла сикләп, аҡса йыйып ҡарайыҡ әле.

 

* Банкта айырым иҫәп асып,аҙ ғына булһа ла аҡса һалып барығыҙ.

* Кибеттә кәрәкле әйберҙе генә алығыҙ.

* Балалар өсөн кәрәкмәгән сүп-сарға, күңел асыуға аҡса туҙҙырмағыҙ.

*Тәмәкене ташлағыҙ.

* Кеҫә телефонынан күп һөйләшмәгеҙ.

* Энергияны экономиялаусы лампочкалар ҡулланығыҙ.

* Өйҙә күберәк бешеренергә тырышығыҙ.

* Бер ҡасан кредит картаһы ҡулланмағыҙ.

* Айлыҡ бюджетты билдәләп ҡуйығыҙ.

* Эш хаҡы алғас та , ҡайҙа, күпме аҡса сарыф иткәнегеҙҙе яҙып барығыҙ.

* Банк карталары менән иҫәпләшеүҙе онотоп тороғоҙ. Ҡулда аҡса булһа, уның күпләп тотонолоуы күҙгә күренә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас