V "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының пленар ултырышы

26 майҙа Сибайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров V "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының пленар ултырышында ҡатнашты. Фекер алышыуҙың темаһы - "Глобаль үҙгәрештәрҙә үҫештең яңы мөмкинлектәре".

V "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының пленар ултырышыV "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының пленар ултырышы
V "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының пленар ултырышы

Форум үҙ майҙансығында Рәсәйҙең 14 төбәгенән һәм һигеҙ сит илдән 3,5 мең ҡатнашыусыны - власть һәм бизнес вәкилдәрен, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, шулай уҡ инвесторҙарҙы йыйҙы. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында республика иҡтисадының санкция баҫымы шарттарында ла тотороҡло үҫеше хаҡында һөйләп, инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендә эштең төп бурыстарын билдәләне.

Ултырыш аҙағында уңайлы эшлекле мөхит булдырған иң яҡшы муниципалитеттарҙы наградлау тантанаһы үтте.

Шулай итеп, ауыл муниципаль берәмектәр категорияһында беренсе урынды - Шаран, икенсене - Өфө, өсөнсөнө Стәрлебаш райондары алды. Район үҙәктәре ҡалала урынлашҡан ауыл муниципаль берәмектәр категорияһында беренсе урынды - Благовещен, икенсене - Туймазы, өсөнсөнө Мәләүез райондары алды. Ҡала округтары араһында Өфө алдынғы урында, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Нефтекама менән Стәрлетамаҡ биләне.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/166141.html

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/166141.html

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас