Бөтә яңылыҡтар

Табиптарға һәйкәл ҡуйырлыҡ

Дүрт йыл элек донъяға килгән Никитаның ауырлығы тыуғанда ни бары 1000 грамдан саҡ ҡына ашыуыраҡ була. Уға бер нисә операция яһайҙар, алты ай 2-се республика балалар клиник дауаханаһы табиптары уның ғүмере өсөн көрәшә.

Табиптарға һәйкәл ҡуйырлыҡ
Табиптарға һәйкәл ҡуйырлыҡ

Һәм еңеп сығалар. Бөгөн Никитаға дүрт йәш. Матур йоланы дауам итеп, ул ата-әсәһе менән дауаханаға килеп, табиптарға рәхмәт йөҙөнән күренеп ҡайтҡан.

Сәләмәт үҫһен һәр бала!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в