

Башҡортостандың беренсе вице-премьеры, БР иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Сибайҙа донъя кимәлендәге «Шифа» балалар һауыҡтырыу лагеры ойошторолоуын белдерҙе.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмы аша шәхси инвестициялар йәлеп ителәсәк. Лагерь сменаһына 350-гә яҡын баланы ҡабул итәсәк. Уны 2024 йылдың 1 сентябренә асыу күҙаллана. Проекттың хаҡы 3 миллиард һум тәшкил итә.
Төбәк вице-премьеры иртәгә буласаҡ учреждениеның төҙөлөш майҙансығына барыу планлаштырылыуын һөйләне.
- Сибай өсөн был бик яҡшы проект, беҙҙең республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә уға оҡшаш сара юҡ, - тип билдәләне Рөстәм Моратов.