+10 °С
Ясна
Был хаҡта матбуғат конференцияһында Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров һөйләне, тип хәбәр итә ҡала мэрияһы.
Йәмәғәт транспорты темаһына ҡағылып, ул шулай уҡ, ҡалала көн һайын 50-нән ашыу троллейбус линияға сыға, күсмә состав 99 процент туҙған, тип хәбәр итте. Стәрлетамаҡ Рәсәйҙә экологик яҡтан таҙа транспорт төрө һаҡланып ҡалған күп булмаған ҡалаларҙың береһе һанала. Шуға күрә ҡала етәкселеге алдында троллейбус идаралығын һаҡлау бурысы тора, тип билдәләне чиновник.
Фото: Т. Аманов