Рәсәйҙең халыҡ йырсыһы Олег Газманов Башҡортостанға гастроль менән килгән. Артист тәьҫораттары менән социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан.
«Стәрлетамаҡтағы концертымда йылы ҡабул итеүегеҙ өсөн рәхмәт. Айырыуса ҡаҙы өсөн рәхмәт, мин быны яратам ул», — тип видеоға рәхмәтен белдергән.
«Бөгөн Өфөлә концерт. Юл шәп, тәбиғәт матур. Интернет та бар ерҙә лә тота», — тип ғәжәпләнгән ул.