Бөтә яңылыҡтар

Нух Ҡотоев "Ирәндек моңдары"нда Гран-при яуланы!

Сибай ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсының Гала-концерты үтте. Конкурс башҡорт йыр сәнғәтен пропагандалауға һәм һәләтле йәш башҡарыусыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.

Нух Ҡотоев "Ирәндек моңдары"нда Гран-при яуланы!
Нух Ҡотоев "Ирәндек моңдары"нда Гран-при яуланы!

Мәртәбәле бәйгелә еңеүсе тип Буранбай ауылы егете Нух Ҡотоев билдәләнде. Башҡортостан башлығы Радий Фәрит улы Хабиров уға яңы Лада Гранта автомобиленең асҡыстарын тапшырҙы.

Афарин, Нухты тағы ла бер ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в