Агрохолдинг Әлшәй районында бройлерҙарҙың инкубация йомортҡаһын етештереү буйынса репродуктор төҙөргә уйлай. Производство ҡеүәте йылына 40 млн.йомортҡа тәшкил итәсәк. Шулай уҡ бында йылына 100 мең тонна бройлер ите етештереүсе цех та төҙөләсәк.
Инвестпроекттың икенсе йүнәлеше - ауыл хужалығы ерҙәрен 100 мең гектарға тиклем еткереү, ауыл хужалығы техникаһын алыу, иген һаҡлау урындары булдырыу.
- Ҡош ите етештереү- төбәк өсөн актуаль йүнәлеш. Шуның өсөн инвесторға ярҙам ғына итәсәкбеҙ. Республикала бының өсөн шарттар бар, – ти БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.
“УК Стар Нафта” компанияһының генераль директоры Альбина Ғәзизованың билдәләүенсә, тимер юл аша Ҡытайға продукция оҙатыуға берҙәм эксперт нөктәһе лә булдырыласаҡ. Был илгә ҡатнаш аҙыҡ, ҡош ите ебәреү мөмкинлеге буласаҡ.