Сарала Куйбышев тимер юлдары начальнигы Вячеслав Дмитриев, «ФПК» ойошмаһы директоры Владимир Пястолов, Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев ҡатнашты.
– Быйыл Мәскәүҙән Адлерға ике ҡатлы поезд йөрөй башлауына 10 йыл тула. Иртәгәнән ике ҡатлы поездар 20 йүнәлеш буйынса йөрөй башлаясаҡ. Был пассажирҙар өсөн яҡшы шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Владимир Пястолов.
– Куйбышев тимер юлы полигонында ике ҡатлы поездар Мәскәү-Һамар, Тольятти, Ульяновск һәм Пенза йүнәлештәре буйынса йөрөй. Бындай поезд Башҡортостанда тәүге тапҡыр, ул республика халҡында ҙур ихтыяж менән файҙаланыр, популяр булыр тип ышанам, – тине Вячеслав Дмитриев.
Ике ҡатлы вагондар хәүефһеҙлек һәм элемтә системаһы, экологик яҡтан таҙа бәҙрәфтәр менән йыһазландырылған. Һәр купела телефондарға көс йыйҙырыу өсөн розеткалар ҡуйылған. Купеға магнит карталары ярҙамында инергә мөмкин. Поезда инвалид коляскалары менән үтеү өсөн киң урынлы вагондар, купелар бар, шулай уҡ вагон-ресторан эшләй.
Тәүге рейс иртәгә 07:18 сәғәттә юлға сыға. Хәйерле юлдар!