Бөтә яңылыҡтар

Инвесторҙар менән эшләүҙең яңы стратегияһы билдәләнәсәк

Башҡортостанда инвесторҙар менән эшләүҙең яңы стратегияһы билдәләнәсәк. Был хаҡта БР Башлығы Радий Хәбиров бишенсе «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының пленар ултырышында белдерҙе.

Инвесторҙар менән эшләүҙең яңы стратегияһы билдәләнәсәк
Инвесторҙар менән эшләүҙең яңы стратегияһы билдәләнәсәк

Атап әйткәндә, өҫтөнлөклө статус һәм дәүләт ярҙамы саралары алыр өсөн проекттарға инвестициялар күләме буйынса талаптарҙы кәметеү күҙаллана.

«Беҙгә нимә ҡамасаулауын иғтибар менән өйрәндек, инвестицияларҙы нимә тотҡарлауын тикшерҙек. Беҙ инвестицияға бәйле закондарҙы ярайһы ныҡ яңырттыҡ. Хөкүмәткә 1 июлдән инвестиция ҡануниәтенең яңы ирекле саралары эшләй башларға ҡуштым. Был - өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусын алыуҙың еңелерәк ысулы һәм республика Башлығы ҡарары менән инвестиция эшмәкәрлеге өсөн ер алыу», - тине Радий Хәбиров. Бөгөн Башҡортостан инвестициялар һалыу һәм үҫтереү өсөн ғәйәт ҙур потенциалға эйә, тип билдәләне ул. Дүрт йыл рәттән, хатта пандемия һәм санитар сикләүҙәр шарттарында ла, инвестициялар күләменең артыуы күҙәтелә. Былтыр ул 512,4 миллиард һум тәшкил итте. Инвестициялар үҫеше буйынса дүрт йыл эсендә Башҡортостан дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән алда бара һәм Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙы биләй.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в