Бөтә яңылыҡтар

Өфөгә Ҡөрьәндең иң боронғо ҡулъяҙмаһы килтерелде

«Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында әһәмиәтле ваҡиға булды.

Өфөгә Ҡөрьәндең иң боронғо ҡулъяҙмаһы килтерелде
Өфөгә Ҡөрьәндең иң боронғо ҡулъяҙмаһы килтерелде

Өфөгә тантаналы рәүештә Ҡөрьәндең иң боронғо ҡулъяҙмаһы - Усман Ҡөрьәненең күсермәһе килтерелде. Изге китап Ташкенттағы Хәҙрәти Имам Ансамбленә ингән Моғйи Мөбәрәк мәҙрәсәһендә һаҡлана. Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған иң боронғо ҡулъяҙма, өсөнсө хәлифә Усман ибн Әффан ҡаны менән яҙылған тип фараз ителә. Күфә яҙмаһы менән башҡарылған.   

«Бөгөн беҙҙә тағы бер әһәмиәтле ваҡиға — Башҡортостан йәнә Усман Ҡөрьәненең ҡулъяҙма күсермәһе килтерелде. Был беҙҙең өсөн оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ. 1923 йылға тиклем әлеге Ҡөрьәндең күсермәһе Башҡортостанда һаҡланған, ләкин Пакстан республикаһының үтенесе буйынса Ҡөрьән Үзбәкстанға оҙатылған, бөгөнгәсә Ташкенттағы музей-мәҙрәсәлә һаҡлана. Үзбәкстандағы дуҫтарыбыҙ ярҙамы менән Ҡөрьәндең алтын хәрефтәр менән яҙылған берҙән-бер ҡулъяҙма күсермәһе бөгөн бында. Ҡөрьәнде Милли музейыбыҙған тапшырабыҙ, ә һуңынан Ҡөрьәндең күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейында һаҡланыр».

Бөтә донъяға билдәле Усман Ҡөрьәненең күсермәһе Башҡортостан Республикаһының Милли музейына ваҡытлыса һаҡлауға тапшырылды.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: