Бөтә яңылыҡтар

Әбйәлилдә МХО-нан ҡайтҡан һалдат сик буйы ғәскәрҙәренә һәйкәл ҡуйған

Быға тиклем ул үҙ аҡсаһына ауыл клубы өсөн музыкаль аппаратура һатып алып ҡыуандырғайны.

Әбйәлилдә МХО-нан ҡайтҡан һалдат сик буйы ғәскәрҙәренә һәйкәл ҡуйған
Әбйәлилдә МХО-нан ҡайтҡан һалдат сик буйы ғәскәрҙәренә һәйкәл ҡуйған

Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, әлеге ваҡытта өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ ялға ҡайтҡан мәлендә тыуған ауылы Ҡужанда сик буйы һаҡсыларына һәйкәл эшләп ҡуйған.

Быға тиклем ул үҙ аҡсаһына клубҡа музыкаль аппаратура алып биргән, ауылға килгән концерттың хаҡын тулыһынса күтәреп, ҡатын-ҡыҙҙарға 8 мартҡа бүләк эшләгән.

Иҫән-һау йөрөп ҡайт, яугир!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в