Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанға туғыҙ зубр килтерелде

Был хаҡта Радий Хәбиров «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының пленар ултырышында белдерҙе.

Башҡортостанға туғыҙ зубр килтерелде
Башҡортостанға туғыҙ зубр килтерелде

 

«Беҙҙә яңы күршеләр барлыҡҡа килде. Бәрәкәтле башҡорт еренә туғыҙ зубр килдерелде. Инә зубрҙарҙың береһе — быуаҙ. Андрей Геннадьевич менән Белоруссияла эшләгән проектыбыҙ тормошҡа ашырыла башланы, тиергә мөмкин», — тине төбәк башлығы.

Зубрҙар килеүе хаҡында хәбәр 2023 йыл башында таралғайны, Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы Белоруссияға эш сәфәре барышында килешеү төҙөнө. Тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн Экология, ауыл хужалығы министрлығы, Россельхознадзор, Ветеринария идаралығы белгестәренән торған эшсе төркөм төҙөлдө.

Зубрҙар «Мораҙыу тарлауығы» тәбиғәт паркына ебәреләсәк.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в